
6 августа Н. Гастелло исемендәге стадионда спорт байрамы үтәсәк
6 августа Николай Гастелло исемендәге стадионда «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Физкультурниктар көнө айҡанлы спорт байрамы үткәрә.
Программаға дартс, өҫтәл теннисы, мини-футбол, шахмат һәм шашкалар, гер күтәреү буйынса ярыштар, шулай уҡ ғаилә старттары һәм еңел атлетика йүгереүҙәре (ҡатын-ҡыҙҙарға - 100 һәм 400 метр, ир-егеттәргә 100 һәм 800 метр һәм ветерандар өсөн махсус дистанция) индерелгән. Теләге булғандарҙың барыһы ла уйындарҙа ҡатнашыуға саҡырыла.
Байрам 14.00 сәғәттә башлана.