
Балатон күле буйында башҡорт бейеүе күрһәтеләсәк


Фото:
Фото:

7 -16 августа Венгрияла Балатон күле янында фин-уғыр халыҡ-ара балалар сәнғәт фестивале үтәсәк, унда Башҡортостандың Тәтешле районының ике вәкиле ҡатнашасаҡ. Был Вязовка ауылынан вокалсы – бихисап конкурстар лауреаты, туғыҙынсы класс уҡыусыһы Лилиана Нуриәхмәтова һәм Яңы Тәтешленән һигеҙенсе класс уҡыусыһы, «Непоседы» балалар бейеү ансамбле солисы Анастасия Рәхимйәнова. Фестивалдең фин-уғыр йүнәлешле булыуына ҡарамаҫтан, ул башҡорт бейеүен әҙерләгән.
Башҡортостандың ике йәш артисы ла Венгрияға Удмуртияның күп һанлы делегацияһы менән бергә юлланған.