Өфө һәм республиканың иң хәүефле юлдары исемлеге төҙөлгән
БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юл-транспорт статистикаһын анализлаған һәм иң хәүефле юлдар исемлеген төҙөгән.
Мәскәү — Өфө: Саҡмағош боролошона яҡын ерҙә, Исәмәт һәм Ишҡар ауылдары янында.
Һамар — Өфө — Силәбе: Туймазы ҡалаһына боролор алдынан, Алкин, Жуков юл үткәргесендә, Бишҡурай һәм Зинин—Жилин ауылдары янындағы юлдар сатында.
Өфө — Ырымбур: Ҡырмыҫҡалы юл үткәргесе янында, Стәрлебаш боролошо, Федоровканан, Толбазы һәм Ергән ауылдарынан сыҡҡан ерҙә.
Өфөлә Октябрь проспекты, Менделеев, СССР-ҙың 50 йыллығы, Жуков, Цюрупа, Сельская Богородская һәм Комсомол урамдары авариялар күп булған юлдар иҫәбендә.



