
«Китап» нәшриәтендә «Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре» сыҡты


Фото:
Фото:

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Фәнүзә Нәҙершинаның «Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре” китабы сыҡты. Китап өс телдә: башҡорт, рус һәм инглиз телендә баҫылған.
Яңы баҫмала «Урал-батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һәм «Ҡара Юрға» эпик әҫәрҙәре бирелә, уларҙа башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының мифологик ҡараштары, шулай уҡ халыҡ тарихының төрлө осорондағы ижтимағи тормош күренештәре художестволы сағылыш тапҡан.
Проект авторы, төҙөүсе, ғилми мөхәррир һәм инеш мәҡәлә авторы – филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина. Инглиз телендәге текстарҙың яуаплы мөхәррире – филология фәндәре докторы, профессор Сәғит Шафиҡов.
«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, китап гуманитар профилдәге белгестәргә һәм киң уҡыусылар даирәһенә иҫәпләнгән.