
Ер участкаларын һатыу буйынса сауҙа үткәрелә


Фото:
Фото:

Йома көндө, 23 июлдә, Өфө хакимиәтенең Муниципаль милек менән идара итеү комитеты индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын милекселеккә тапшырыу буйынса сираттағы сауҙа үткәрә. Бөтәһе 36 лот ҡуйыласаҡ. Улар араһында – ҡаланың Калинин, Киров, Ленин һәм Октябрь райондарындағы ер участкалары.
Иң күп лоттар – Нуғай ауылында, унда аукционға 15 участка ҡуйылған. Һигеҙ – Жилин ауылында. Өфө хакимиәтенең Муниципаль милек менән идара итеү комитеты хәбәр итеүенсә, Максимовка һәм Тихая Слобода биҫтәләрендә лә бер нисә участка һатыуға ҡуйылған.
Иң ҡиммәт лот – ҡаланың Октябрь районында. Уның башланғыс хаҡы – ике миллион һумдан ашыу.
Бөтә территорияларҙың уртаса майҙаны 1500 квадрат метр самаһы тәшкил итә. Иң бәләкәй участка майҙаны – мең квадрат метрҙан кәмерәк.
Аукцион аҙымы – башланғыс һатыу хаҡынан биш процент.
Сауҙа еңеүсеһе итеп аукционда лот өсөн иң юғары хаҡ тәҡдим иткән берҙән-бер ҡатнашыусы таныла. Аукцион комиссияһы сауҙа үткәргән көндө үк йомғаҡ яһай.



