
23 июлдә III Православие йәштәре слеты асыла
23 июлдә Павловка һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан “Урман” ял йортонда III Өфө епархияһы православие йәштәре слеты асыла. Унда республикабыҙҙың православие йәштәре ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.
Слет программаһы менән тематик семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, дини темаларға һөйләшеүҙәр һәм лекциялар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, йәштәр ижады конкурстары, спорт ярыштары һәм билдәле бард Максим Коробицындың концерты планлаштырылған.
Слет 25 июлгә тиклем дауам итәсәк.




