Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.81 ↓

EUR 89.66 ↑

26 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: Халыҡ ышанысын аҡлаясаҡмын

Сәйәсәт

2010 йылдың 19 июлендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышында депутаттар Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен йөкмәтте. Башҡортостан парламентының 105 депутаты уның кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт телдәрендә ант бирҙе. Түбәндә уның сығышының тексын килтерәбеҙ.

«Хөрмәтле Григорий Алексеевич!

Хөрмәтле депутаттар!

Ҡәҙерле иптәштәр!

Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына тотоноп, мин, иң элек, республика алдында, ил алдында, халыҡ алдында тулы кимәлдә ҙур яуаплылыҡ тоям.  

Рәсәй Федерацияһы Президентына һәм Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына миңә күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәтемде белдерәм.

Был ябай булмаған осорҙа миңә күрһәткән ярҙамы, изге һүҙҙәре һәм теләктәре өсөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ихлас рәхмәтемде еткерергә теләйем.

Минең бар тормошом Башҡортостан менән бәйләнгән. Ошонда мәктәпте тамамланым, институтта уҡығандан һуң эш биографияһын башланым, тәүге сәйәси эшмәкәрлек тәжрибәһе алдым, бөтә халыҡ һайлауҙарын үтеп, етәксе булараҡ  үҫештем.

Башҡортостан элек тә минең өсөн күп уй-ниәттәремдең һәм ҡыҙыҡһыныуҙарымдың үҙәге булды. Әммә бынан алып бар уйҙарым һәм эштәрем республика мәнфәғәтендә, беҙҙең талантлы, эшһөйәр халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эш менән генә бәйле буласаҡ.

Халыҡ тормошон яҡшыртыуҙы Президент вазифаһында төп маҡсатым итеп күрәм. Ошо уҡ мәсьәләне Башҡортостан Хөкүмәте, муниципаль берәмек етәкселәре, предприятиелар һәм учреждениелар директорҙары алдына ла ҡуясаҡмын. Халыҡ именлегенең даими һәм ярайһы уҡ үҫеше беҙҙең эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе булырға тейеш. Беҙҙең төп көстәребеҙ тап ошоға йүнәлтеләсәк.

Хәҙерге заман шарттарында дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙең сифатлы һәм юғары һөҙөмтәле механизмдарын булдырыу, граждандар йәмғиәтенең бар ресурстарын эшкә ҡушыу үтә мөһим. Заманса мәғлүмәт технологияларына күсеү темптарын тиҙләтеү, халыҡ менән даими бәйләнеш өсөн, уларҙың фекерен һәм теләктәрен иҫәпкә алыу өсөн Интернеттың мөмкинлектәрен файҙаланыу зарур. Власть үҙ граждандары өсөн асыҡ һәм яҡын булырға тейеш.  

Республикала һуңғы йылдарҙа күп нәмә эшләнгән. Әммә тормош бер урында тормай һәм һәр ваҡыт беҙҙең алға яңы бурыстар ҡуя.

XXI быуат – юғары технологиялар, инновацион үҫеш, мәғлүмәт йәһәтенән алға китеш быуаты. Республика был процестарҙан ситтә торорға тейеш түгел. Сеймал иҡтисады – беҙҙең юл түгел. Машина һәм приборҙар эшләү, двигателдәр һәм ҡатмарлы ҡорамалдар етештереү, программалы продукттар һәм мәғлүмәт тапшырыуҙың яңы саралары, экология һәм энергияны һөҙөмтәле ҡулланыу беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙҙың үҙәгендә булырға тейеш.    

Республика эре фәнни көстәр, билдәле инвестицион фондтар һәм структуралар, ноу-хау өҫтөндә эшләүселәрҙе үҙенә тартып тороусы үҙәк булырға тейеш. Үҙебеҙҙә юғары технологиялы инновацион үҙәктәр асыу өсөн, шулай уҡ Сколково кеүек күләмле Рәсәй проекттарында ҡатнашыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк.  

Бынан тыш, яңы инвестицион һәм бюджет сәйәсәте кәрәк, республика ҡаҙнаһының булған мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу мөһим. Республика Хөкүмәте эшенә маҡсатлы күрһәткестәр системаһын индереү, хаҡ ҡуйыуға һәм дәүләт финанстарын тотоноуға ҡаты контроль, асылда, халыҡ аҡсаһына хәстәрлекле мөнәсәбәт инструменттарына әйләнергә тейеш. Коррупция, ришүәтселек, административ кәртәләр проблемалары хаҡында күп һөйләп тормайым. Ябай ғына итеп әйтәм – был яуызлыҡты тамырынан юҡ итмәйенсә, беҙ артабан хәрәкәт итә алмаясаҡбыҙ.  

Республика дәүләт власының федераль органдары менән ныҡлы бәйләнештә булыуы менән айырыла. Беҙҙең бурыс – был мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү, федераль маҡсатлы программаларҙа әүҙем ҡатнашыу, федераль инвестицион һәм кредит ресурстарын йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү.    

Беҙ республика инфраструктураһын камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ – юлдар, газ һәм электр селтәрҙәре. Элеккесә, мәғарифҡа, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеүгә шарттар тыуҙырыуға, туризм үҫешенә ҙур әһәмиәт биреләсәк. Йәмғиәттең мәҙәни, рухи үҫешен, халыҡтарҙың дини ҡараштарына һәм йолаларына, тарихына ихтирамлы һәм һаҡсыл ҡарашты дәртләндереү оло мәсьәлә булып тора. Беҙгә кешеләр энергияһын ғәмәлдә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булараҡ эшҡыуарлыҡты, бәләкәй һәм урта бизнесты әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк.  

Башҡортостан бик күп этнос вәкилдәре өсөн тыуған йорт булды һәм булып ҡала. Йөҙәр йыл бергә йәшәү дауамында дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам традициялары формалашҡан. Уларҙа төбәгебеҙҙең тотороҡло үҫеше өсөн фундаменталь нигеҙ, ҙур ижади потенциал бар. Башҡортостандың күп милләтлелеге быуаттар дауамында формалашҡан һәм беҙҙең төп өҫтөнлөктәребеҙҙең береһе булып тора. Республика биләмәһендә халыҡтар менән татыу күршеләр булып йәшәүгә нигеҙ һалған ата-бабаларыбыҙҙың тәрән аҡылы бөгөн дә зирәклек һәм дәүләт фекерләүе өлгөһө булып тора.  

Ата-бабаларыбыҙҙың  көсөн һәм рухын тәшкил иткән бар нәмә — тел, йолалар, традициялар, мотлаҡ һаҡланырға һәм арттырылырға тейеш. Әммә шуның менән бергә беҙ конкуренцияға һәләтле һәм динамикала үҫешеүсе хәҙерге йәмғиәтте формалаштырырға бурыслыбыҙ. Был эштә энергиялы, яңы идеялар уйлап табырға һәләтле, йүнсел йәштәргә таяныу төп шарт булып тора. Беҙгә традициялылыҡ һәм хәҙерге осорҙо, тәжрибәлелек һәм йәштәрҙең дәртен уңышлы берләштерергә кәрәк.  Республикала инициативалы, компетентлы һәм яуаплы кешеләр күп. Уларға таянып, уларҙың көсөн бергә туплап, уларҙы дөйөм эшкә ҡушып, беҙ ижади үҫеш темпын арттырырға һәләтлебеҙ. Ләкин шуныһы ла мөһим, беҙҙең граждандар үҙенең именлеген һәм етешлеген хеҙмәтенең интенсивлығы һәм сифаты, ҡушылған эшкә намыҫлы ҡарашы, һөнәри квалификацияһы үҫеше менән бәйләргә тейеш.  

Беренсе Башҡортостан Президенты әйтеп үткән «Хәрәкәттә – бәрәкәт!» тигән формуланы хуплайым. Әммә бының өсөн күп эшләргә, ныҡышмалы хеҙмәт итергә кәрәк.

Йәнә бер тапҡыр рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле депутаттар, ил президенты Дмитрий Анатольевич Медведевҡа, «Берҙәм Рәсәй» партияһы етәкселегенә, Волга буйы федераль округы етәкселегенә миңә күрһәткән юғары ышаныстары өсөн рәхмәт!

Уны намыҫ менән аҡлар өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, тип ныҡлы ышандырырға теләйем!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!»

“Башинформ” автор: “Башинформ”
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть