Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

20 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика эшҡыуарҙарын Миланға күргәҙмәгә саҡыралар

Иҡтисад

«Халыҡ-ара бәләкәй бизнес инвестициялары агентлығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Италия-Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеге менән берлектә 9-12 сентябрҙә Миланда үтәсәк “Macef Milano. International Home Show” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға теләүселәрҙе йыйыуы хаҡында иғлан итте. Күргәҙмәнең тематикаһы — интерьер; ашхана һауыт-һабаһы һәм кухня кәрәк-яраҡтары; бижутерия, ювелир изделиелары һәм модалы аксессуарҙар; бүләктәр һәм сувенирҙар.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, эшҡыуарҙарға самолетта осоу хаҡын ғына түләргә тура киләсәк. Бушлай виза ярҙамын индереп, ҡалған бөтә нәмәне ҡабул итеүсе яҡ үҙенә ала.

Дәғүәсегә күргәҙмәлә ҡатнашыуға анкетаны [email protected] электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Итальяндар яғы күргәҙмәлә ҡатнашыусы статусын яҡлаған осраҡта консалтинг хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүгә килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.

Любовь Колоколова автор: Любовь Колоколова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть