8 июлдә Өфөлә Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы үтә
8 июлдә Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияла һуңғы — 27-се ултырышы үтәсәк. Көн тәртибендә 40 самаһы мәсьәлә.
Ултырыш сәғәт 10-да башлана.
Ултырыштан һуң БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың парламенттың яҙғы сессиялағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһы ойоштороласаҡ.



