
7 июлдә – «Милләт-ара ғаиләләр: хеҙмәттәшлек итеү һәм аралашыу мәсьәләләре» темаһына “ҡыҙыу линия”
7 июлдә 15 -17 сәғәттәрҙә «Индиго» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге «Милләт-ара ғаиләләр: хеҙмәттәшлек итеү һәм аралашыу мәсьәләләре» темаһына “ҡыҙыу линия” үткәрә.
Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарға (башҡорт һәм рус телендә) үҙәктең педагог-психологы Ләйсән Әбсәләмова һәм «Индиго» үҙәгенең ғаилә планлаштырыу кабинеты белгесе Светлана Афанасьева яуап бирәсәк.
Шылтыратыуҙар (347) 223-22-11 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Ҡыҙыу линия 2009-2011 йылдарға иҫәпләнгән «Минең донъям – минең ғаиләм» республика программаһын һәм 2007-2010 йылдарға иҫәпләнгән “Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең гражданлыҡ әүҙемлеге һәм рухи-әхлаҡи үҫеше концепцияһы сиктәрендә ойошторола.