Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

21 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

“Сикһеҙ мөмкинлектәр донъяһы!” халыҡ-ара фестивалендә Гран-при яуланылар

Йәмғиәт

Башҡортостан вәкилдәре һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Мәскәүҙә үткән “Сикһеҙ мөмкинлектәр донъяһы!” икенсе халыҡ-ара халыҡ ижады фестивалендә уңышлы сығыш яһаны.  Был турала фестивалдең матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Конкурста Рәсәйҙең 10-дан ашыу төбәгенән – Мәскәү, Петербург, Өфө ҡалаларынан, Рязань, Тверь, Новосибирск, Тамбов, Липецк, Калининград, Киров, Мәскәү өлкәләренән, Алтай һәм Краснодар крайҙарынан, шулай уҡ дүрт яҡын сит илдән – Украина, Беларусь, Әрмәнстан, Әзербайжан һәм Төркиәнән балалар ҡатнашты.

Конкурсанттар техник ижадтан алып вокалға, ым-ишара йырына һәм театраль миниатюраларға тиклем төрлө номинацияларҙа ярышты.

«Вокал. Ым-ишара йыры» номинацияһында Өфөнән Людмила Абзалова менән Богдан Богдарь Гран-при яуланы. Тағы бер өфөлө Кристина Фәхретдинова ошо уҡ номинацияла дипломант булды. Ул шулай уҡ «Художестволы биҙәү-ҡулланма сәнғәте» номинацияһында ла билдәләнде.

Эльмира Сабирова автор: Эльмира Сабирова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть