Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.55 ↑

EUR 91.26 ↓

29 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә бәләкәй бизнесҡа тағы биш миллиард һум бирәсәктәр

Иҡтисад

2010 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә федераль ҡаҙнанан биш миллиард һум күләмендә бюджеттан аҡса бүленәсәк. Был турала РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 21 июнендәге 460-сы “2010 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында” ҡарары һөйләй.  

Финанстар инновацион эшмәкәрлек алып барыусы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам менән бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленәсәк. Шулай уҡ социаль-иҡтисади өлкәлә көрсөк айырыуса ныҡ сағылған күп профилле муниципаль берәмектәрҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығын үҫтереү муниципаль программаларына ла ярҙам күрһәтеләсәк.

Юлай Мәғсүмов автор: Юлай Мәғсүмов
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть