
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында бөгөн “Тыныслыҡ-Ҡорбан” милли-дини байрамы ойошторола. Ауыл халҡы яҡташтарын – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы, шулай уҡ һуғыштан һуң вафат булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә аласаҡ.
Ауылда уларҙың туғандары йыйыласаҡ. Урындағы власть, дини ойошмалар вәкилдәре, ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, Ләмәҙтамаҡ халҡы һәләк булған яугирҙар обелискына сәскәләр һаласаҡ, зыяратта уларҙың ҡәберҙәренә барасаҡ. Һуңынан яҡташтары иҫтәлегенә ҡорбан малы салынасаҡ.