
Башҡортостанда биш уҡыусы химиянан берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған
Республикала химиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған 3564 сығарылыш уҡыусыһының бишәүһе 100-әр балл алған, 122 кеше (3,5%) Рәсәй мәғариф өлкәһенә күҙәтеү менән билдәләнгән 33 балға тиң минималь сикте үтә алмаған. Башҡортостанда был дисциплина буйынса уртаса балл 61,11 тәшкил иткән.
Дөйөм алғанда бар Рәсәй буйынса химиянан иң юғары балды 49 төбәктән 242 кеше йыйған, мәсьәләләрҙе имтиханда ҡатнашыусыларҙың 6,2 проценты үтәй алмаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлап алған предметтар буйынса уңышһыҙ һөҙөмтә аттестат алыуға йоғонто яһамай. Был имтихандарҙың ыңғай һөҙөмтәләре БДИ һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡҡа индереләсәк, сөнки юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙы дауам итергә теләүселәргә кәрәк булыуы ихтимал.
Был предмет буйынса БДИ-ны ҡайтанан тапшырыу талап ителһә, быны икенсе йылда ғына эшләргә мөмкин буласаҡ.