
Уҙған аҙнала талпан тешләүҙән 1529 кеше зыян күрҙе
“Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған аҙнала Башҡортостанда талпан ҡаҙалыуҙан 1529 кеше зыян күрҙе. 1 апрелдән алып республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына талпан тешләгән 9867 кеше мөрәжәғәт итте, уларҙың 27 проценты – балалар.
«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһында бөгөнгә 4576 талпан тикшерелгән, шуларҙан 78-е (1,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған.
Профилактика маҡсатында 2371 кешегә (мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24 проценты), шул иҫәптән 1675 балаға (63,5%) иммуноглобулин яһалған.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыу осрағы теркәлмәгән.