
Байрам салютын Өфөлә 40 мең самаһы кеше ҡараған
12 июндә байрам салютын Өфөлә 40 мең самаһы кеше ҡараған. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Бынан тыш, уның әйтеүенсә, Ленин исемендәге майҙанда булған төп фейерверктан тыш, параллель рәүештә салют «Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы алдында ла үткән. Уны йәнә 20 меңләп кеше ҡарарға килгән.
—Өфөлә бер-бер артлы барған байрамдар дөйөм алғанда тыныс үтте, — тине ҡала башлығы. Хәҙер ҡалаға сираттағы тантанаға – октябрҙә билдәләнәсәк БР дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 20 йыллығына әҙерләнә башларға кәрәк.