
Мортаза Рәхимов: Башҡортостан өсөн өс тел белеү зарур
Башҡортостан халҡы өсөн кәм тигәндә өс тел – рус, башҡорт һәм сит ил телен белеү оптималь. Шундай фекерҙә республика башлығы Мортаза Рәхимов.
— Күп тел белеү артыҡ түгел, ә ҙур байлыҡ, 21-се быуатта башҡорт халҡының оло конкурент өҫтөнлөгө, — тине ул, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында сығыш яһап.