
Мортаза Рәхимов: Башҡорт халҡы тарихындағы иң мөһим ваҡиғалар алда әле
— Башҡорт халҡы хәҙерге заман менән йәшәүсе, динамикала үҫешеүсе милләт булырға тейеш. Беҙ үткәндәр хаҡындағы иҫтәлектәр менән генә йәшәй алмайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – бар милләтте модернизациялау!
Ышанам, иң мөһим ваҡиғалар – алда. Беҙҙең маҡсат – бар милләтте модернизациялау! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды III Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы делегаттары алдында сығыш яһаған ваҡытта Башҡортостан Президенты.