
Республика табип-физкультура диспансерында – Асыҡ ишектәр көнө
1 июндә Республика табип-физкультура диспансеры Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.
Табип-белгестәргә консультацияға балалар һәм уларҙың ата-әсәләре саҡырыла. Бар пациенттарға ла физик тәрбиә һәм сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу, профилактика һәм һынды дөрөҫ тотоу, дауалау, терәк-хәрәкәт итеү системаһы имгәнеүен реабилитациялау буйынса кәңәштәр биреләсәк.
Иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.




