Фото:
Ял көндәре Ағиҙел буйында – велотриал буйынса РФ кубогы


Фото:

15-16 майҙа Өфөлә, Дуҫлыҡ Монументы алдындағы пристандә, велотриал буйынса Рәсәй Кубогының V этабы ярыштары үтәсәк.
Велотриал – ул велосипедта төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеүҙә ярыш.
Турнирҙы Рәсәй велосипед спорты федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм БР Хәрби-спорт фонды ҡатнашлығында Өфөнөң Совет районы йәш техниктар станцияһы ойоштора.
Ярыштарҙа Рәсәйҙең алдынғы велотриалсылары —30-ҙан ашыу профессиональ спортсы бөтә Рәсәй рейтингыһында юғары урындар һәм ил кубогына көрәшәсәк.