
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Өфөлә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ярыштарҙа һигеҙ юғары уҡыу йорто вәкилдәре ҡатнашты.
Ир-егеттәр араһында Стәрлетамаҡ физкультура институтынан спорт мастеры Максим Мильшин һәм Сергей Федин, һәм спорт мастерлығына кандидат Тигран Алексанян (Башҡорт дәүләт медицина университеты) призер булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында халыҡ-ара гроссмейстер, Стәрлетамаҡ физкультура институты студенты Елена Мильшина еңде, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Башҡорт физик тәрбиә биреү институты студенттары, спорт мастерҙары Юлиә Вәлиева һәм Олеся Абдуллина яуланы.
Команда иҫәбе буйынса: Стәрлетамаҡ физкультура институтында – беренсе урын, икенсе — М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы — өсөнсө баҫҡыста.