Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.01 ↓

EUR 91.75 ↓

21 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Агидол-2 етештереүсе ҡулайлама сафҡа индерелде

Иҡтисад

«Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу үткәрелгәндән һуң сифат буйынса донъялағы иң яҡшы аналогтарға торошло Агидол-2 антиоксидантын етештереүсе ҡулайлама яңынан эшкә ҡушылды. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡулайлама ҡеүәте – йылына 1500 тонна. Был бар Рәсәй баҙары ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә.  

Агидол-2 изопрен каучуктың, синтетик бутадиен каучуктың (СКД), бутил-каучуктарҙың, АВС-пластиктың  асыҡ төҫтәге маркаларын тотороҡло хәлгә килтереү өсөн файҙаланыла. Яңы продукттың мөһим үҙенсәлеге – аҙ миҡдарҙа ҡулланғанда ла ҙур һөҙөмтәлелеге: Агидол-1 антиоксидантын ҡулланғанға ҡарағанда ул 4 тапҡырға кәмерәк күләмдә талап ителә.

Агидол-2 антиоксидантын потенциаль ҡулланыусылар: «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Воронеж, Ефремов, Тольятти ҡалаларындағы синтетик каучук заводтары.

Әнисә Абдуллина автор: Әнисә Абдуллина
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть