
Ветерандар тураһында телефильмдарҙы ветерандар төшөрә
Телевидениеның Туймазы студияһы «Минең еңеүем» телепроектын әүҙем ғәмәлгә ашыра. Бөгөнгө көндә 10-30 минут оҙайлылығында 19 фильм төшөрөлгән, улар аҙна һайын урындағы телевидениела эфирға сығарыла. Фильмдар иҫәбен 65-кә тултырыу планлаштырыла. Фильмдар төшөрөү буйынса төп эште пенсионерҙар – халыҡ университеты тыңлаусылары, “50+” телестудияһы ҡатнашыусылары үҙ өҫтөнә алған. Улар фильмдарҙың буласаҡ геройҙарын – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы эҙләп таба, ойоштороу эштәрен хәл итә, киноға төшөрә. Уларға телевидение студияһының профессиональ операторҙары һәм йәш журналистар — «ТИН-ТВ» студияһы тәрбиәләнеүселәре ярҙам күрһәтә.



