
Башҡортостанда бөгөн – наградаларға эйә булған удмурттарҙың традицион слеты
Бөгөн Башҡортостандың Балтас районы Асау ауылында наградаларға һәм почетлы исемдәргә эйә булған удмурттарҙың традицион слеты үткәрелә. Был юлы ул Уҡытыусы йылына һәм Республика йылына арнала. Слетҡа Балтас, Борай, Йәрмәкәй, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Яңауыл райондары һәм Нефтекама ҡалаһы уҡытыусылары вәкилдәре йыйыла.
Алдынғыларҙы хөрмәтләү үткәреләсәк, улар өсөн байрам концерты күрһәтеләсәк.




