
«Торос» «алтын» өсөн тәүге матчта «Югра»нан еңелде
Нефтекаманың «Торос» командаһы хоккей буйынса Рәсәй юғары лигаһы плей-офф финалының тәүге ярышында үҙ аренаһында Ханты-Мансийскиҙың «Югра»һынан 2:4 иҫәбенә еңелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, серия ярышыусыларҙың береһенең өс еңеүенә тиклем дауам итә.
«Торос» менән «Югра»ның икенсе уйыны йома, 23 апрелдә, Нефтекама Спорт һарайында үтәсәк.