Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 80.40 ↑

9 июль, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Алдағы шәмбелә Өфөлә инвалидтар араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтә

Йәмғиәт

Шәмбелә, 24 апрелдә Өфөлә «Буревестник» физкультура йортонда  Башҡортостан Республикаһы инвалидтарының II комплекслы спартакиадаһы иҫәбенә йөҙөү буйынса ярыштар үтәсәк. Бында терәк-хәрәкәт аппараты имгәнгән, ишетеү, күреү һәләте насар йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ.  

Спартакиада программаһына пауэрлифтинг, саңғы уҙыштары, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса ярыштар индерелгән, ә быйыл уға өҫтәл теннисы ла өҫтәлде. Пауэрлифтинг һәм саңғы уҙыштары буйынса ярыштар бығаса үткән булһа, еңел атлетика буйынса ярыштар — май айына, ә өҫтәл теннисы октябргә планлаштырылған.

Йөҙөү буйынса ярыштар сәғәт 12-лә башлана.

Дмитрий Слезин автор: Дмитрий Слезин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть