Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 70.49 ↓

EUR 79.22 ↑

4 июль, Шәмбе

Уфа   °

Молния

Башҡортостан дзюдосылары Рәсәй чемпионаты миҙалдары менән

Йәмғиәт

Зеленоградта ишетеү һәләте буйынса инвалид спортсылар араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. «Башинформ» агентлығына Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса икенсе урын алған.  

Көрәшселәребеҙ Силәбе дзюдосыларын ғына үткәргән. Санкт-Петербург йыйылма командаһы өсөнсө урында.

Чемпионаттың «алтын» миҙалдарын Заур Бедоноков, Рөстәм Нәжметдинов яулаған; «көмөш» наградалар Ринат Ҡадыров менән Дамира Ғариповаға эләккән; Александр Майоров, Валентин Ильин һәм Ксения Богдановала — «бронза».

Дмитрий Слезин автор: Дмитрий Слезин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть