
Чехия менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөмдөң V ултырышы
Бөгөн Өфөлә Чехия Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөмдөң V берлектәге ултырышы үткәрелде. Төркөм эшенә Чехияның финанс министры Эдуард Янота һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров етәкселек итте.
Эшсе төркөм ағзалары ике яҡлы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр динамикаһын тикшерҙе һәм артабан хеҙмәттәшлек өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе билдәләне.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса протокол төҙөлдө.