
Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов ватан миҙалдары өсөн көрәшәсәк


Фото:
Фото:

Бөгөн, 7 апрелдә, Ханты-Мансийскиҙа терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында саңғы уҙышы һәм биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты башлана.
Был ярыштарҙа Ванкуверҙағы Паралимпия уйындары-2010 геройҙары, Башҡортостан егеттәре Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов та ҡатнаша.
Бөгөн ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 12,5 километрға дистанцияла биатлон уҙыштары үткәрелә.