
Өфөлө Раянова көмөш миҙал алды
Терсколдә (Ҡабарҙы-Балҡар) тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй чемпионатының сираттағы ярыш көнө тамамланды. Суперкомбинацияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүҙе Елена Простева яуланы, был ярыштарҙа ул өсөнсө алтын миҙал яулай. (еңеүсенең ваҡыты — 2.13,53).
«Көмөш» суперкомбинацияла өфөлө Ләйсән Раяновала, уның ваҡыты - 2.14,32.



