
«Инновациялар салоны» махсус күргәҙмәһе үтәсәк


Фото:
Фото:

7-9 апрелдә Өфөлә «Инновациялар салоны» махсус күргәҙмәһе үтәсәк. Ойоштороусылар –Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, БР Фәндәр академияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
«Инновациялар салоны»ның маҡсаттары һәм бурыстары: иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында заманса ҡорамалдар, материалдар, алдынғы технологиялар, фәнни-техник ҡарарҙар һәм инновацион проекттар өлгөләрен эшләү өлкәһендә сәнәғәт һәм фән ҡаҙаныштарын һәм мөмкинлектәрен күрһәтеү; инновациялар өлкәһенә инвестиция ресурстары йәлеп итеү мәсьәләләрен хәл иткәндә республика башҡарма власть органдары, фәнни ойошмалар, инновацион эшмәкәрлек субъекттары көстәрен бергә туплау; БР инновацион системаһын артабан үҫтереү стратегияһын һайлау.
БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Инновациялар салоны»н үткәреү сиктәрендә 7 апрелдә «Башкортостан Республикаһында кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» темаһына министрлыҡ коллегияһы ултырышы үткәреләсәк.