Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.17 ↑

EUR 89.98 ↓

25 сентябрь, Йома

Уфа   °

Уҡытыу-тәжрибә участкаларының етәкселәре өсөн Өфөлә семинар үтә

Йәмғиәт

Өфөлә, Республика балалар эколого-биология үҙәгендә 15 мартта уҡытыу-тәжрибә участкалары мөдирҙәре өсөн инструктив–методик семинар башлана. 50-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Унда уҡытыу-тәжрибә участкаларын ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм эшен алып барыу, уҡытыу-тәрбиә процесында уларҙың баһаһын күтәреү, уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген арттырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.    

Семинарҙа ҡатнашыусылар мәктәп яны участкаһын йәшелләндереүҙә дарыу үләндәрен ҡулланыу һәм участкаларҙа тәжрибә эшмәкәрлеген алып барыу алымдары менән танышасаҡ.  

Бындай  уҡытыу-тәжрибә участкаларының  һәр эколого-биология үҙәгендә булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың спецификаһы мөмкин тиклем балалар белем алған уҡыу программаһына яраҡлаштырылған, шуның арҡаһында йәш тикшеренеүселәр теоретик белемдәрен практикала нығыта һәм төрлө техникаларҙы үҙләштерә ала.

Эльмира Сабирова автор: Эльмира Сабирова
Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть