
14 мартта республиканың ҡайһы бер һайлау участкаларынан тура трансляция көтөлә


Фото:
Фото:

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау процесына заманса мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса экспериментты дауам итергә йыйына. 14 мартта 50-се Мәләүез округында үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа веб-камералар ҡуйыласаҡ, улар он-лайн режимында тауыш биреү барышын күҙәтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Веб-камералар алты һайлау участкаһында эшләйәсәк, был — округтағы һайлау участкаларының 10 проценты.
Тауыш биреү барышын Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының http://www.cikrb.ru сайтында ла күҙәтергә мөмкин буласаҡ.