
Затон күпере аша троллейбус хәрәкәте ваҡытлыса ябыла
Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһе төньяҡ магистраль автомобиль юлын төҙөү менән бәйле ваҡытлыса, 2010 йылдың 15 мартынан 25-енә тиклем осорҙа, 18-се «Пархоменко урамы – «8 Март» ҡасабаһы» маршруты буйынса троллейбус хәрәкәте ябыласаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ килтергәне өсөн ғәфү үтенә һәм, булған автобус хәрәкәтен файҙаланып, үҙ маршрутығыҙҙы алдан планлаштырыуығыҙҙы үтенә.