Мартта ҡар яуыуы дауам итәсәк
Был аҙнала республикала ҡар яуыуы дауам итәсәк. Бшгидромет синоптиктары күҙаллауынса, республикала яуындар мөмкинлеге юғары. Бөгөн еңелсә ҡар яуыуы көтөлә, ел төньяҡ-көнбайыштан секундына биш метр тиҙлектә иҫә. Көндөҙ һауа температураһы минус алты градус күрһәтһә, төнөн ул 17 градусҡа тиклем түбән төшәсәк. Бындай температура аҙна дауамында һаҡланасаҡ.



