
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районының 75 йыллығына китап сығарырға әҙерләнәләр. Унда инглиз теленә лә тәржемә итеп, райондың төп предприятиелары, ойошмалары хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.
Юбилей баҫмаһын әҙерләү менән «Башҡортостан матбуғаты» нәшриәт йорто шөғөлләнә. Киров районы хакимиәте был проектта ҡатнашыуға район территорияһында урынлашҡан бөтә ҡыҙыҡһынған ойошмаларҙы саҡыра. Юбилей датаһын быйыл декабрҙә байрам итергә планлаштырыла.