
Һәләк булған һалдаттар әсәләре һәм тол ҡатындары хөрмәтенә кисә
Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөлә, Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр әсәләре һәм уларҙың тол ҡатындары өсөн «Ҡатын-ҡыҙҙар серҙәре» кисәһе ойоштороласаҡ.
Үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, концерт, сәй эсеү һәм бүләктәр тапшырыу — был Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ведомство ойошторған традицион сара. Ойоштороусылар, бындай кисәләр үткәреү һуғышта яҡындарын юғалтҡандар өсөн үтә мөһим, тип инана. 4 мартта үткәреләсәк сараның төп маҡсаты – һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә психологик ярҙам.
Ентекле мәғлүмәттәрҙе 8(347) 272-82-87 телефоны аша белергә мөмкин.