Фото:
Сатраш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты тамамланды


Фото:

Стәрлетамаҡта үткән классик сатраш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты турнирҙың рейтинг-фавориты ФИДЕ мастеры Роман Нечепуренконың (Өфө) еңеүе менән тамамланды.
Икенсе урында — ФИДЕ мастеры Роберт Фәхретдинов (Салауат), өсөнсөлә — спорт мастерына кандидат Рушат Шәфеев (Ишембай). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Башҡортостан чемпионы титулын Татьяна Федотова (Стәрлетамаҡ районы) яуланы.



