
Бөгөн Өфөгә Владимир Путин килә
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин бөгөн Өфөлә төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрәсәк. Ултырышта ҡараласаҡ төп мәсьәлә – Рәсәй Федерацияһы субъекттарында информацион технологияларҙы үҫтереү.
Владимир Путин шулай уҡ Өфөлә "Башҡортостандың социаль картаһы" проекты мөмкинлектәре, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт транспорты өлкәһендә уны ғәмәли ҡулланыу менән танышасаҡ. Бынан тыш, премьер-министр яңы Өфө трансформатор заводына —Европала бындай профилдәге иң ҙур предприятиеға барасаҡ.