Фото:
Өфөнән уҡыусы – “Юниор” ғилми эштәр конкурсы еңеүсеһе


Фото:

Республика балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүсеһе, Өфөнөң 115-се гимназияһынан туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Алексей Митин "Юниор-2010" Бөтә Рәсәй уҡыусыларҙың ғилми эштәре конкурсы призеры булды. Уның «Тирә-яҡ мөхиттең бал ҡорттарының продуктлылығына йоғонтоһо» тигән эше «Биология, экология» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.
— Быйыл беҙ был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Һәм шунда уҡ — еңеү, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева. – Киләһе йылға беҙ күберәк ҡатнашыусылар ебәрергә планлаштырабыҙ.
Халыҡ-ара фәнни-техник ижад смотрының (International Science and Engineering Fair, ISEF) Бөтә Рәсәй финалы Мәскәүҙә, «МИФИ» фәнни-тикшеренеү ядро университетында, үтте.
Бөтә илдән 250-ләп бала биш секцияла: «Математика», «Физика һәм астрономия», «Информацион технологиялар», «Биология, экология», «Химия» – үҙ проекттарын тәҡдим итте.
Әйткәндәй, «Юниор» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары иҫәбенән йыл һайын АҠШ-та Science Service ойошмаһы тарафынан үткәрелгән Intel ISEF халыҡ-ара финалында ҡатнашыу өсөн Рәсәй уҡыусылары командаһы ойошторола.


