7476 ВИЧ-инфекциялы диспансер иҫәбендә тора
Әлеге ваҡытта Республика СПИД-ҡа һәм инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм профилактика үҙәгендә 7476 ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора.
Күпселеге ир-егеттәр – 4710 кеше.
«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюковтың хәбәр итеүенсә, республикала 100 мең кешегә 184,3 сирле тура килә, шул уҡ мәлдә РФ-ла был һан 265,8 тәшкил итһә, Волга буйы федераль округында - 349,8. 2010 йыл башынан республикала 89 ВИЧ-позитивлы асыҡланған. 2010 йылда сир күрһәткесе — 100 меңгә 2,19 кеше.
Сир йоҡтороу хәүефенең төп факторҙары – парентераль, енси юл һәм сир йоҡтороуҙың вертикаль юлы. Күкрәк һөтө аша сир йоҡтороуҙың бер осрағы теркәлгән.



