Фото:
Салауатта спорт акробатикаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты һәм беренселеге үтә


Фото:

30 ғинуарҙа Салауат ҡалаһында спорт акробатикаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты һәм беренселеге үтә. Ярыштарҙы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ойоштора.
Төп маҡсаты — республика йыйылма командаһына иң яҡшы акробаттарҙы һайлап алыу. Ярыштарҙа беренсе өлкәндәр разрядын алған спортсылар, спорт мастерлығына кандидаттар һәм спорт мастерҙары ҡатнаша ала.
Иң яҡшы спортсылар турнир дауамында алынған мәрәйҙәр иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк.