
28 ғинуар – патронат тәрбиә мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия
28 ғинуарҙа Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге «Патронат тәрбиә: ҡыйынлыҡтар, проблемалар, перспектива» темаһына “ҡыҙыу линия” үткәрә.
Баланы ғаиләгә урынлаштырыуҙың был формаһының үҙенсәлектәре, аҫрауға алынған балалар һәм ата-әсәләр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр, балаларҙың яңы шарттарға яраҡлашыуы һәм башҡа күп төрлө һорауҙарға педагог-психологтар Флүрә Хөсәйенова, Ғәллиә Салихова, Марина Волчек яуап бирәсәк.
Теләүселәр 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем 8(347) 273-09-00 телефоны аша шылтырата ала. Һорауҙар шулай уҡ [email protected] электрон адресына ла ҡабул ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала һәм ҡала-ара шылтыратыуҙар бушлай. Һорауҙар рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабул ителә.



