
«Система» АФК-һы директорҙар Советы рәйесе менән осрашыу
2010 йылдың 21 ғинуарында Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Система» АФК-ның директорҙар Советы рәйесе Владимир Евтушенков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Осрашыу барышында Башҡортостан менән «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының артабанғы хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре тикшерелде. Корпорацияның федераль һәм төбәк социаль-иҡтисади проектарҙа һәм программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралды.




