Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85 ↑

EUR 90.46 ↓

28 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының III төбәк этабы

Йәмғиәт

Быйыл Башҡортостан дөйөм белем биреү мәктәптәренең 2700-гә яҡын уҡыусыһы предмет олимпиадаларында ҡатнашасаҡ. Был турала БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2010 йылда мәктәп олимпиадаларының төбәк этабында ҡатнашыусылар былтырғы менән сағыштырғанда 500 кешегә күберәк буласаҡ.

Инглиз теле, астрономия, физика, әҙәбиәт буйынса олимпиадалар үтте лә инде. Бөгөн француз телен белеүселәр өсөн ярыш башлана. Шәмбе, 16 ғинуарҙа, йәш географтар үҙ һәләттәрен күрһәтә аласаҡ. Төбәк этабы 1 февралдә химия һәм физик культура буйынса олимпиадалар менән тамамланасаҡ. Быйыл тәүге ике айҙа республикала бөтәһе 20 мәктәп дисциплинаһы буйынса предмет олимпиадалары үтәсәк.

Эльмира Сабирова автор: Эльмира Сабирова
Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть