
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы 19 ғинуарҙа изгелек һәм яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат тураһында “Сыйырсыҡ тәсбихе” спектакле премьераһын ҡуясаҡ. Был балалар тамашаһы нигеҙенә яҙ көнө сыйырсыҡтарҙың тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы, ә уларҙың ояларын турғайҙар биләп алыуы тураһында тарих һалынған. Ошонан төрлө шаһиттарҙы саҡырып бәхәс башлана. Пьесаның авторы — билдәле драматург Сәрүәр Сурина.
Спектакль көндөҙ көнөнә ике тапҡыр күрһәтеләсәк.
Шуны ла әйтеп үтәйек, яңы йылда Милли йәштәр театры үҙ тамашасыларына тағы ике яңы спектакль тәҡдим итәсәк. Уларҙың береһен режиссер Мөсәлим Ҡолбаев етәкселегендә рус труппаһы әҙерләй — Йәштәр театры тамашасыһы тиҙҙән «Женитьба Фигаро» спектаклен күрәсәк.
Быйыл яҙ Милли йәштәр театрында Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһы премьераһы ла көтөлә. Башҡорт труппаһы менән был билдәле мөхәббәт тарихын ҡуйыуға режиссер Илнур Муллабаев тотондо.