
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
“Өфө — сәләмәт тормош яҡлы” VI фестиваль иҫәбенән ихата командалары араһында Өфөлә хоккей буйынса “Алтын шайба” ҡала беренселеге башлана. Ярыштар ике этапта үтәсәк.
I этап — квалификацион район ярыштары — балалар-үҫмерҙәр турниры 2010йылдың 1 — 24 ғинуарында урта мәктәптәрҙә, мәктәп-интернаттарҙа, үҫмерҙәр клубында, йәшәү урыны буйынса Өфө райондарындағы үҙәктәрҙә үтә.
II этабы — 28 ғинуарҙан 7 февралгә ҡәҙәр ҡала финал уйындары: йәш айырмаһы буйынса дүрт төркөмдә үтә:
кесе төркөм (1999-2000 йылғылар) – 28-нән 30 ғинуарға тиклем;
урта төркөм (1997-1998 йылғы балалар) – 1 — 3 февралдә;
ололар төркөмө (1995-1996 й.) – 5 — 7 февралдә;
өлкәндәр төркөмө (1994 һәм унан олораҡтар) – 18 — 24 ғинуарҙа.
Ярыштарҙа урта мәктәптәр, һөнәри училище, мәктәп-интернаттар, балалар йорто. торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар һәм үҫмерҙәр клубы командалары ҡатнаша.
Командалар составында “Салауат Юлаев”, “Алмаз”, “Торос” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм/йәки 2009-2010 уҡыу йылында үрҙә һаналған уҡыу йорттарынан ҡыуылғандар ҡатнаша алмай.
Ҡала финал уйындары еңеүселәре өс төрлө йәш категорияһында “Алтын шайба” клубының республика турнирында ҡатнашасаҡ.