
Раил Сарбаев: «Тыумыштан йөрәк сирле балаларҙы ҡотҡарыуҙа һәр кем ҡатнаша алды»
14 декабрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры эргәһендәге кәңәшмәлә Башҡортостанда үткән “Изгелек ҡыл балаға” акцияһы йомғаҡтары иғлан ителде.
– Акция барышында республика халҡы һәм ойошмалар 10 миллион һум аҡса йыйҙы. Бөгөн бер операция 200 мең һум самаһы тора. Хәҙер 50-ләп бала хирургик дауалауға сертификат ала аласаҡ, — тип хәбәр итте Раил Сарбаев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республика билдәле кардиохирург, «Милләттәр сәләмәтлеге лигаһы» президенты Лео Бокерияның акцияһын хуплап сыҡты.
– Тыумыштан йөрәк ауырыуынан тулыһынса һауыҡтырырға мөмкин һәм операция яһатҡан пациенттар киләсәктә тулы ҡанлы тормош алып бара аласаҡ, — тине Раил Сарбаев. – Ошо инициатива арҡаһында һәр кем бәләкәй кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуҙа ҡатнаша алды.
Премьер шулай уҡ, иң тәүге средстволар «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән килде — элемтәселәр саҡырыуға беренсе булып яуап бирҙе, тип билдәләне.