
Шәмбе аяҙ һәм һалҡын буласаҡ, йәкшәмбе ҡар яуыуы көтөлә
Башҡортостанда тотороҡло һалҡын көндәр башланды. Башгидромет үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы көндәрҙә һауа торошо артыҡ үҙгәрмәйәсәк. Иртәгә яуым-төшөмһөҙ, аяҙ, ҡояшлы көн көтөлә. Көндөҙ термометрҙар минус 13 градус күрһәтәсәк, төндә 16 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Йәкшәмбе минус 8 градусҡа тиклем йылытасаҡ, ә көндөң икенсе яртыһында күңелдәрегеҙҙе сафландырып, йомшаҡ ҡар яуасаҡ.
Яңы эш аҙнаһы башында ҡар яуыуы дауам итәсәк, ә дүшәмбе кис синоптиктар көндөң һалҡынайтыуын күҙаллай.