
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Ағымдағы йылдың 14 -18 декабрендә ”Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәге базаһында парашют- тау саңғыһы икеалышы буйынса (пара-ски) Рәсәй чемпионаты үтәсәк. “Башинформ” агентлығына чемпионаттың баш секретары, БР парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғәйрәт Манаев хәбәр итеүенсә, ярыштарҙа Өфөнән халыҡ-ара спорт оҫталары – 2009 йылдың пара-ски буйынса донъя чемпионы Аяз Кәримов һәм 2008 йылдың парашют классикаһы буйынса донъя чемпионы, 2009 йылдың пара-ски буйынса донъя чемпионы Алексей Буренин – ҡатнашасаҡ. 15 декабрҙә Рәсәйҙең иң көслө спортсылары оло слаломда, ә 16-сы һәм 17-се декабрҙә уларҙы тау битенә парашют менән һикереүҙәр көтә. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн йыйылма команда ойоштороласаҡ.